2023 йыл “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителде. Беҙҙең бәхеткә күрә,  гимназиябыҙҙың остазы итеп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев тәғәйенләнгән. Беҙ уны 8 Март байрам концертына саҡырып, уның менән яҡындан танышып, фотолар төшөп шатланғайныҡ. Шул ваҡытта уҡ  Хөрмәтулла Ғаззали улы беҙҙе театрға саҡырып киткәйне.
Беҙ оҙаҡ уйлап торманыҡ, кисә, 20 март, беҙ, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары, баш ҡалабыҙҙың легендар театрында экскурсияла булдыҡ. Быға тиклем дә спектаклдәрҙә булдыҡ, ләкин театрҙың кухняһы тураһында уйлап та ҡарамағанбыҙҙы аңланыҡ. Баҡ тиһәң, теге йәки был спектакль сәхнәгә сыҡҡансы, актерҙарҙан тыш, бик күп сәхнә артында эшләгән  кешеләрҙең көсө лә,   хеҙмәте лә, ижады һалына икән!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йылдан ашыу тарихы бар. Ошо дәүерҙә  күпме яҙмыштар, күпме шәхестәр үткән был сәхнәнән...
Ҡайҙа ғына булманыҡ беҙ?!
Музей!.. Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәй, донъяны  таң ҡалдырған  сәхнә әһелдәренең фотолары, костюмдары, шәхси әйберҙәрен күреп, музей етәксеһе Азалия Балгазинанның шул тиклем бирелеп, яратып, мауыҡтырғыс һөйләүе беребеҙҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын.
Музейҙан илһам алып, бутофор цехына йүнәлдек.  Бындағы кешеләр ҙә  үҙ эшенә мөкиббән китеп ижад диңгеҙендә йөҙәләр. Нимә генә юҡ унда! Тәүтормош дәүеренән бөгөнгө көнгә тиклем нимә теләйһең – бөтәһен дә табып бирәләр, күрһәтәләр, онотолоп һөйләйҙәр. Кластағы егеттәр уҡ-һаҙаҡ менән ҡыҙыҡһынһа, ҡыҙҙар күберәк боронғо һауыт-һаба, биҙәүестәргә  иғтибар иттеләр. 
Беҙ – рәссәмдар, шуға күрә тегеү цехы, костюмдар эскизы ла беҙҙә тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр беребеҙ теге йәки был костюмды тотоп ҡарап, уларҙың биҙәлешенә, туҡымаһына  ныҡлы иғтибар бирергә тырыштыҡ. Театрҙың рәссам-декораторы Рустам Баймухаметов  менән осрашыу ҙа айырыуса ҙур ҡыуаныс уятты. Ул да 25 йыл элек беҙҙең гимназияны тамамлаған икән.  Театрҙа 15 йыллап эшләй. Дәүеренә ҡарап, һәр персонажға эскиздар, костюмдарҙың материалдарын әҙерләй. Ижади  эштең арытмауы,  мауыҡтырғыс булыуы, хеҙмәтенән  ләззәт табып эшләүе тураһында һөйләне һәм    гимназияға  бик рәхмәтле икәнен белдерҙе.
Ҡырылмаһа ҡырҡ эштәренән арынып, ҡәҙерле ваҡыттарын беҙгә бүлеп,  экскурсия ойоштороусы, оҫталыҡ  мини дәрестәре өсөн  Х.Ғ. Үтәшевҡа, театр директоры Иршат Файзуллинға һәм башҡа бик күп хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Эйе, ун тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, ти халыҡ мәҡәле. Барҙыҡ, күрҙек, аптыраныҡ, һоҡландыҡ, ғорурландыҡ! Кем белә, бәлки киләсәктә кемебеҙҙер ошо легендар театрға килеп, Рөстәм ағайыбыҙ кеүек, эшләй башлаһа, һис аптырарлыҡ түгел.
8 синыф класс уҡыусылары Аҡкөбәкова Әмирә, Шәрипова Камила
Музей Башкирского театра драмы им. М.Гафури
Башдрамтеатр им.М.Гафури
ГБОУ РХГИ имени К.А.Давлеткильдеева